TGViewer
Channel Public Channel
CS Kendek: Başqort | Башҡорт

CS Kendek: Başqort | Башҡорт

@cs_kendek

Subscribers
559
Photos
358
Videos
66
Links
81
Recent Posts 12 shown
Post #561 47
🪩 һәр шишәмбе - беҙҙә стрим!!! (22:00 Өфө ваҡыты)

🆕 бөгөн мөмкин тема: неологизмдар / neologisms

📱
бөтә стримдар HelloTalk мобиль ҡушымтаһында үткәрелә, сайттарында QR-код аша йөкләтеп була

⚠️ ҡушымтаны бушлай ҡулланырға мөмкин, ләкин көнөнә бер генә сәғәт бирелә

➡️ минең ник: Irish (Voiceroom битендә башҡа стримдар араһында эҙләгеҙ)

❤️ комментарийҙарҙа ултырып ҡына ҡатнашып була, оялмағыҙ - әйтегеҙ

🤩 рус һүҙҙәрен ҡушып булһа ла башҡортса һөйләргә һәм яҙырға тырышығыҙ

🤩 әгәр башҡорттар булһа - башҡортса һөйләшәбеҙ; булмаһа - инглизсә

🤩 әҙәпте өҫтөн ҡуйығыҙ - был бик мөһим!
  • ⚡ 1
  • ❤ 1
Post #559 50
✏️ уртаҡлыҡ йүнәлеш - башҡорт телендә ҡылымдың грамматик категорияһы

ул ниндәйҙер эште бер нисә кеше башҡара тигәнде аңлата һәм йыш кемдер ярҙам иткәнде билдәләй

ҡылым нигеҙенә -ш/-ыш/-еш/-ош/-өш аффикстарын ҡушҡанда барлыҡҡа килә

мәҫәлән,
🤩һөйлә + ш + әбеҙ

👍 башҡа телдәргә ҡарағанда был бик уңайлы, ҡыҫҡа юл (shortcut), сөнки бер бәләкәй аффикс ярҙамында күләмле мәғәнә биреп була

мәҫәлән, инглиз теле менән сағыштырығыҙ
🤩we're talking with each other

башҡортса бер генә һүҙ еткәндә, инглизсә тулы һөйләм төҙөргә кәрәк


уртаҡлыҡ йүнәлештә йыш ҡулланыла торған ҡылымдар:
бер нисә кешенең уртаҡ эше
🤩йыш күрешәбеҙ
🤩бергә көлөшәбеҙ
🤩күп яҙышабыҙ

бер кешенең икенсегә ярҙамы
🤩ул миңә эшләшә
🤩мин уға йыйыштырышам
🤩ул беҙгә баҡсала һыу ҡойоша

ләкин! ҡайһы бер ҡылымдарҙы уртаҡлыҡ аффиксы менән аңлап булмай


үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ,

❓ ул миңә ашаша (ярай, быны нисектер аңлап була)
❓ ул миңә йәшәшә (был нисек?)
❓ ул миңә шашаша (lol, crazy)

хатта бер стенд-ап номерын яҙырға булыр ине 😆

*был яҙмала Удивительная Башкирия фильмынан кадр бар
  • ❤ 5
  • 👍 1
Post #554 109
↗️ минең яратҡан башҡортса палиндромдар

🖋 палиндром (palin тағын, яңынан; dromos юл, йүнәлеш) - бер яҡтан икенсе яҡҡа һәм киреһенсә уҡығанда шул уҡ яңғыраған һүҙ йә һөйләм

🔍 беҙҙә улар күп: сәс, күк, ата, әсә, ҡаҡ, ҡалаҡ, наҙан, ҡыҙыҡ, көсөк, әллә, йәлләй, йөрөй һ.б.

һулдан уңға уҡып ҡарағыҙ
🔜🔜🔜🔜🔜🔜🔜
АҠСА КӘРӘК АСҠА

хәҙер уңдан һулға
⏩⏩⏩⏩⏩⏩⏩
АҠСА КӘРӘК АСҠА

шул уҡ һөйләм

🇬🇧 бына инглиз палиндромдары:
wow
race car
a man, a plan, a canal: Panama

😹 быларҙы үҙем уйлап сығарҙым:
сәскәле еләк сәс
ҡойола ал ойоҡ
ҡаҙ ал аҙаҡ

һеҙ ҙә яҙып ҡарағыҙ! 🫰
  • ❤ 11
  • 👍 1
  • 🌭 1
Post #552 138
😎 әҙерәк маҡтанғым килә, был һорау минең башҡорт телен өйрәнеү курстарымдан килде
хочу похвастаться, этот вопрос был мне задан на моих курсах по изучению башкирского языка

✨ БӘЛКИ vs. МӨМКИН ✨

🤔 айырманы нисек аңлатырға?
как объяснить разницу?

💛 иң яҡшыһы атайҙар аша аңлатырға булыр тип уйланым
я подумала, что будет лучше объяснить на примере отцов

⚠️ бына һеҙ атайығыҙҙың машинаһын сыйҙығыҙ тип күҙ алдына килтерегеҙ
вот представьте, что вы поцарапали отцовскую машину

📏Бәлки, күрмәҫ! - тип
📏уйлайһығыҙ
📏Может, не заметит! - думаете
📏вы

🤔 бәлки ғәҙәттә һөйләм башында ҡулланыла һәм шикләнеүҙәрҙе белдерә
бәлки используется обычно в начале предложения и обозначает сомнения

📏Атай күрмәҫ борон, тиҙ генә
📏ремонтларға мөмкин, - тип
📏мәсьәләне сисә
📏башлайһығыҙ
📏Пока отец не видел, можно
📏быстренько отремонтировать,
📏- начинаете вы решать
📏проблему

🧃 мөмкин нимәнелер эшләргә форсат бар тигәнде аңлата, йәғни ваҡыт, аҡса, күнекмә һ.б.
мөмкин означает, что что-то можно сделать, то есть есть время, деньги, навыки и т.д.

📏Заманда бер машинаны
📏алырға мөмкин ине һәм бына
📏һиңә! - тип оҙаҡ һорап алған
📏рөхсәтте һуңғы тапҡыр
📏иҫләйһегеҙ
📏В кои-то веки разрешили взять
📏машину и вот тебе на! - в
📏последний раз вспоминаете с
📏каким трудом выпрашивали
📏согласие

👍 мөмкин нимәгәлер рөхсәт алыуҙы аңлата
мөмкин означает, что что-то разрешено

📏Хәҙер күреп ҡалһа, ҡотолоу
📏мөмкин түгел!
📏Если заметит сейчас, спастись
📏будет невозможно!

⚡️ мөмкин түгел - һүҙҙең юҡлыҡ формаһы һәм ул нимәлер бер ҡасан да була алмай тип әйтә
мөмкин түгел - отрицательная форма этого слова и говорит о невозможности чего-то

🚘 дөйөм алғанда, шулай
в общем, вот так

#башланғыс #beginner #A1A2
  • 👍 6
  • ⚡ 4
  • ✍ 1
Post #551 109
💕яратҡан йәнһүрәтем, һәм уның йөрәк моңо башҡорт телендә - ҡалай йырҙың һулышын белеп кенә башҡарғандар

🥹 иң беренсе, бөгөн Сыңрау торнаны тыңлап иланым, хәҙер бына..

көнөм хистәргә тулы

БАЛАЛАР каналы
  • ❤ 10
  • 💔 6
Post #550 100
🪩 һәр шишәмбе - беҙҙә стрим!!! (22:00 Өфө ваҡыты)

✈️ бөгөн мөмкин тема: транспорт ысулдары / means of transport (осҡос vs. самолёт)

📱
бөтә стримдар HelloTalk мобиль ҡушымтаһында үткәрелә, сайттарында QR-код аша йөкләтеп була

⚠️ ҡушымтаны бушлай ҡулланырға мөмкин, ләкин көнөнә бер генә сәғәт бирелә

➡️ минең ник: Irish (Voiceroom битендә башҡа стримдар араһында эҙләгеҙ)

❤️ комментарийҙарҙа ултырып ҡына ҡатнашып була, оялмағыҙ - әйтегеҙ

🤩 рус һүҙҙәрен ҡушып булһа ла башҡортса һөйләргә һәм яҙырға тырышығыҙ

🤩 әгәр башҡорттар булһа - башҡортса һөйләшәбеҙ; булмаһа - инглизсә

🤩 әҙәпте өҫтөн ҡуйығыҙ - был бик мөһим!
  • 🔥 6
  • ❤ 1
Post #549 113
💜 бөгөн мин һеҙгә Донъяң түңәрәк булһын тигән бер уйын әҙерләнем

иғтибар! ауырлығы: супер ҡыйын ❗️❗️❗️

Wordwall - Донъяң түңәрәк булһын

был уйында һеҙгә бөтә бер түңәрәк формаһы төркөмөндә берләшкән һүҙҙәрҙе айырырға кәрәк


мәҫәлән,
тәгәрмәс. уның формаһы, әлбиттә, түңәрәк булырға тейеш. юғиһә, арбағыҙ урындан ҡуҙғалмаясаҡ. ошо һүҙҙе "Түңәрәк" тигән папкаға тығығыҙ, ә бына "быйма" һүҙе осраһа (быйма формаһы күберәк Г хәрефенә оҡшаған) - "Башҡа" тигән папкала ҡалдырығыҙ

тик бер һүҙ тураһында ғына мәғлүмәт биргем килә


💜 күбәләк. башҡорттар өсөн, бәләкәй, түңәрәк күл. уныһын "Түңәрәк"тәргә һалығыҙ, йәме?

💜 күл өҫтөнән күбәләктәр осор, тик һин уларҙы күрмәҫһең. йондоҙ ҡыҙҙар - Етегән - күбәләк булып ергә ҡайтыр, түңәрәк күл йөҙөнә бағыр, тик һин уларҙы һиҙмәҫһең. күбәләк йөҙө көҙгө кеүек таҙа торор, йыһан менән ер тоташыр, әммә һин белгәндәрең тик мөғжизәле, тын, гүзәл төн булыр
Wordwall - Create better lessons quicker Донъяң түңәрәк булһын! Speed sorting - Drag and drop each item into its correct box.
  • 👍 6
  • ❤ 2
Post #548 141
😊 башҡорт теленә агглютинация күренеше хас. ябай тел менән әйткәндә, башҡорт теле мәғәнә ҡорор өсөн күп ялғауҙарға таяна. уларҙы LEGO бәрсәктәрен бер-бер артлы ҡуйған кеүек яңы һүҙҙәр килеп сыға

⌨️ мәҫәлән, ошо стероидлы һүҙҙе тикшерегеҙ

Антарктидалағыларҙанмы

🤍 Антарктида - the Antarctic - Антарктида
🤍 Антарктида + ла - in the Antarctic - в Антарктиде
🤍 Антарктидала + ғы - that in the Antarctic - тот, что в Антарктиде
🤍 Антарктидалағы + лар - those in the Antarctic - те, что в Антарктиде
🤍 Антарктидалағылар + ҙан - from those in the Antarctic - от тех, что в Антарктиде
🤍 Антарктидалағыларҙан + мы? - Is it from those in the Antarctic? - От тех ли, что в Антарктиде?

impressive, isn't it?


🎰 Ципф ҡануны (the Zipf's Law) һәр бер телдә - кеше теле булһынмы ул, компьютер теле йә хайуандарҙың аралашыу сигналдарымы - математик формулаһы бар тип әйтә

уны тасуирлап ҡараһаҡ, ошоно аңлатып була: һәр бер телдә ниндәйҙер иң йыш ҡулланылған һүҙ бар (әйтәйек, һүҙ №1). уның артынан икенсе урында булған һүҙ (№2) беренсеһенән ике тапҡырға һирәгерәк ҡулланыла, ә һүҙ №3 - өс тапҡырға һирәгерәк, һәм артабан шулай

🇬🇧 инглиз телендә,
һүҙ №1 - the (6%-7% бөтә текстарҙа)
һүҙ №2 - of (~3,5%)
һүҙ №3 - and (~2,8%)

👏 башҡорт телендә, бәлки (тик бәлки, мин дөрөҫ итеп әйтә алмайым, сөнки тикшеренеүҙәр үткәргәнем юҡ),
һүҙ №1 - һәм
һүҙ №2 - был
һүҙ №3 - миңә

ләкин иң ҡыҙығы башҡа һүҙҙәрҙә, бигерәк тә, ялғауҙар ҡушыла башлағанда. башҡорт теле кеүек агглютинатив телдәр өсөн формуланы әҙерәк үҙгәртәләр тип ишеткәнем бар


🤔 беҙҙең арала математиктар бармы икән? һәм дә нисек уйлайһығыҙ, иң йыш ҡулланылған башҡорт һүҙҙәре ниндәй?
  • ❤ 9
  • 🔥 5
  • ✍ 2
  • 🌭 1
Post #547 155
был дизайнер исеме түгел, ә башҡорт идиомаһы


👠 үтен һытыу: ҙур хаҡ һорау

⏩ Бурысыңды һуңлатһаң, үтеңде һытыр

⏩ If you delay your debt, he will bleed you dry

eng. bleed someone dry, squeeze someone for every penny
рус. заломить цену

😡 "үт" һүҙе анатомияға ҡарай һәм бауырҙа эшләп сығарылған әсе шыйыҡлыҡ йыйыла торған ҡыуыҡты билдәләй (желчный пузырь). башҡорттарҙың мифологияһында ул тағы ла асыу һаҡлана торған урыны тигән ышаныуҙар бар

#һүҙлек #vocab #C2
  • 🔥 6
  • 🤝 2
  • 🌭 1
Post #546 140
бер китапта (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, авторын иҫләмәйем) "ҡамырҙы һағыҙландырыу" тигәндәрҙе күреп ҡалдым


шулай итеп,
😵‍💫 һағыҙланыу: (ҡамыр тураһында) йәбешкәк һәм һуҙылып торған хәленә етеү

😶Он һыуҙы йотҡас, ҡамыр һағыҙлана

😶Once the flour absorbs water, the dough becomes sticky

күберәк һағыҙ тураһында

eng. become sticky

#һүҙлек #vocab #A2
  • 👍 7
  • ❤ 4
Post #545 126
🪩 һәр шишәмбе - беҙҙә стрим!!! (22:00 Өфө ваҡыты)

📹 бөгөн мөмкин тема: "resolution" (SD, 4K, 8K) терминының тарихы һәм башҡорт теленә тәржемә тәҡдимдәре

📱
бөтә стримдар HelloTalk мобиль ҡушымтаһында үткәрелә, сайттарында QR-код аша йөкләтеп була

⚠️ ҡушымтаны бушлай ҡулланырға мөмкин, ләкин көнөнә бер генә сәғәт бирелә

➡️ минең ник: Irish (Voiceroom битендә башҡа стримдар араһында эҙләгеҙ)

❤️ комментарийҙарҙа ултырып ҡына ҡатнашып була, оялмағыҙ - әйтегеҙ

🤩 рус һүҙҙәрен ҡушып булһа ла башҡортса һөйләргә һәм яҙырға тырышығыҙ

🤩 әгәр башҡорттар булһа - башҡортса һөйләшәбеҙ; булмаһа - инглизсә

🤩 әҙәпте өҫтөн ҡуйығыҙ - был бик мөһим!
  • ❤ 1
Post #539 144
🎉 ҡәҙерле башланғыстарым өсөн
для моих дорогих начинашек

❤️ КӘРӘКЛЕ ҺҮҘҘӘР ❤️
полезные слова

🙂 зинһар - пожалуйста
🙂 ғәфү - прости, извини
🙂 эйеме? - да ладно
🙂 рәхим ит* - добро пожаловать

‼️ *рәхим ит тағы ла ниңәлер рөхсәт биргәндә әйтелә
*рәхим ит также используется, когда мы даём согласие на что-то

мәҫәлән,
- Яҙғысыңды алһам буламы?
- Эйе, рәхим ит!

например,
- Можно, возьму твою ручку?
- Да, пожалуйста!

✏️ ҡулланығыҙ, зинһар өсөн
пользуйтесь, пожалуйста

#башланғыс #beginner #A1A2
  • ❤ 9
  • 🔥 2
  • 🤝 2
Older posts →

About this channel

How can I read @cs_kendek without a Telegram account?
TGViewer shows the public web preview Telegram publishes for CS Kendek: Başqort | Башҡорт: recent posts, photos, videos and the subscriber count, with no app, login or account.
How many subscribers does CS Kendek: Başqort | Башҡорт have?
CS Kendek: Başqort | Башҡорт (@cs_kendek) has 559 subscribers on Telegram, refreshed roughly every 30 minutes.
Does CS Kendek: Başqort | Башҡорт know I viewed it here?
No. Public channel previews carry no viewer identity, and TGViewer has no accounts or tracking of what you look up.
Threads Profile ViewerView any public Threads profile without an account.Open ThreadLook →Writing with AI? Make it sound human.Metric37 rewrites AI drafts so they read naturally. Free AI detector, 1,500 words free.Try Metric37 →