иғтибар! ауырлығы: супер ҡыйын ❗️❗️❗️
Wordwall - Донъяң түңәрәк булһын
был уйында һеҙгә бөтә бер түңәрәк формаһы төркөмөндә берләшкән һүҙҙәрҙе айырырға кәрәк
мәҫәлән,
тәгәрмәс. уның формаһы, әлбиттә, түңәрәк булырға тейеш. юғиһә, арбағыҙ урындан ҡуҙғалмаясаҡ. ошо һүҙҙе "Түңәрәк" тигән папкаға тығығыҙ, ә бына "быйма" һүҙе осраһа (быйма формаһы күберәк Г хәрефенә оҡшаған) - "Башҡа" тигән папкала ҡалдырығыҙ
тик бер һүҙ тураһында ғына мәғлүмәт биргем килә
💜 күбәләк. башҡорттар өсөн, бәләкәй, түңәрәк күл. уныһын "Түңәрәк"тәргә һалығыҙ, йәме?
💜 күл өҫтөнән күбәләктәр осор, тик һин уларҙы күрмәҫһең. йондоҙ ҡыҙҙар - Етегән - күбәләк булып ергә ҡайтыр, түңәрәк күл йөҙөнә бағыр, тик һин уларҙы һиҙмәҫһең. күбәләк йөҙө көҙгө кеүек таҙа торор, йыһан менән ер тоташыр, әммә һин белгәндәрең тик мөғжизәле, тын, гүзәл төн булыр