ул ниндәйҙер эште бер нисә кеше башҡара тигәнде аңлата һәм йыш кемдер ярҙам иткәнде билдәләй
ҡылым нигеҙенә -ш/-ыш/-еш/-ош/-өш аффикстарын ҡушҡанда барлыҡҡа килә
мәҫәлән,
🤩һөйлә + ш + әбеҙ
👍 башҡа телдәргә ҡарағанда был бик уңайлы, ҡыҫҡа юл (shortcut), сөнки бер бәләкәй аффикс ярҙамында күләмле мәғәнә биреп була
мәҫәлән, инглиз теле менән сағыштырығыҙ
🤩we're talking with each other
башҡортса бер генә һүҙ еткәндә, инглизсә тулы һөйләм төҙөргә кәрәк
уртаҡлыҡ йүнәлештә йыш ҡулланыла торған ҡылымдар:
бер нисә кешенең уртаҡ эше
🤩йыш күрешәбеҙ
🤩бергә көлөшәбеҙ
🤩күп яҙышабыҙ
бер кешенең икенсегә ярҙамы
🤩ул миңә эшләшә
🤩мин уға йыйыштырышам
🤩ул беҙгә баҡсала һыу ҡойоша
ләкин! ҡайһы бер ҡылымдарҙы уртаҡлыҡ аффиксы менән аңлап булмай
үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ,
❓ ул миңә ашаша (ярай, быны нисектер аңлап була)
❓ ул миңә йәшәшә (был нисек?)
❓ ул миңә шашаша (lol, crazy)
хатта бер стенд-ап номерын яҙырға булыр ине 😆
*был яҙмала Удивительная Башкирия фильмынан кадр бар