TGViewer
CS Kendek: Başqort | Башҡорт CS Kendek: Başqort | Башҡорт @cs_kendek · 559 subscribers
Post #548 142
😊 башҡорт теленә агглютинация күренеше хас. ябай тел менән әйткәндә, башҡорт теле мәғәнә ҡорор өсөн күп ялғауҙарға таяна. уларҙы LEGO бәрсәктәрен бер-бер артлы ҡуйған кеүек яңы һүҙҙәр килеп сыға

⌨️ мәҫәлән, ошо стероидлы һүҙҙе тикшерегеҙ

Антарктидалағыларҙанмы

🤍 Антарктида - the Antarctic - Антарктида
🤍 Антарктида + ла - in the Antarctic - в Антарктиде
🤍 Антарктидала + ғы - that in the Antarctic - тот, что в Антарктиде
🤍 Антарктидалағы + лар - those in the Antarctic - те, что в Антарктиде
🤍 Антарктидалағылар + ҙан - from those in the Antarctic - от тех, что в Антарктиде
🤍 Антарктидалағыларҙан + мы? - Is it from those in the Antarctic? - От тех ли, что в Антарктиде?

impressive, isn't it?


🎰 Ципф ҡануны (the Zipf's Law) һәр бер телдә - кеше теле булһынмы ул, компьютер теле йә хайуандарҙың аралашыу сигналдарымы - математик формулаһы бар тип әйтә

уны тасуирлап ҡараһаҡ, ошоно аңлатып була: һәр бер телдә ниндәйҙер иң йыш ҡулланылған һүҙ бар (әйтәйек, һүҙ №1). уның артынан икенсе урында булған һүҙ (№2) беренсеһенән ике тапҡырға һирәгерәк ҡулланыла, ә һүҙ №3 - өс тапҡырға һирәгерәк, һәм артабан шулай

🇬🇧 инглиз телендә,
һүҙ №1 - the (6%-7% бөтә текстарҙа)
һүҙ №2 - of (~3,5%)
һүҙ №3 - and (~2,8%)

👏 башҡорт телендә, бәлки (тик бәлки, мин дөрөҫ итеп әйтә алмайым, сөнки тикшеренеүҙәр үткәргәнем юҡ),
һүҙ №1 - һәм
һүҙ №2 - был
һүҙ №3 - миңә

ләкин иң ҡыҙығы башҡа һүҙҙәрҙә, бигерәк тә, ялғауҙар ҡушыла башлағанда. башҡорт теле кеүек агглютинатив телдәр өсөн формуланы әҙерәк үҙгәртәләр тип ишеткәнем бар


🤔 беҙҙең арала математиктар бармы икән? һәм дә нисек уйлайһығыҙ, иң йыш ҡулланылған башҡорт һүҙҙәре ниндәй?
  • ❤ 9
  • 🔥 5
  • ✍ 2
  • 🌭 1
More from @cs_kendek
  1. Oct 6, 2026🪩 һәр шишәмбе - беҙҙә стрим!!! (22:00 Өфө ваҡыты) 🆕 бөгөн мөмкин тема: неологизмдар / ne…
  2. Oct 6, 2026✏️ уртаҡлыҡ йүнәлеш - башҡорт телендә ҡылымдың грамматик категорияһы ул ниндәйҙер эште бер…
  3. Oct 2, 2026↗️ минең яратҡан башҡортса палиндромдар 🖋 палиндром (palin тағын, яңынан; dromos юл, йүнә…
  4. Sep 29, 2026😎 әҙерәк маҡтанғым килә, был һорау минең башҡорт телен өйрәнеү курстарымдан килде хочу по…
  5. Sep 29, 2026💕яратҡан йәнһүрәтем, һәм уның йөрәк моңо башҡорт телендә - ҡалай йырҙың һулышын белеп кен…
  6. Sep 29, 2026🪩 һәр шишәмбе - беҙҙә стрим!!! (22:00 Өфө ваҡыты) ✈️ бөгөн мөмкин тема: транспорт ысулдар…
Threads Profile ViewerView any public Threads profile without an account.Open ThreadLook →Writing with AI? Make it sound human.Metric37 rewrites AI drafts so they read naturally. Free AI detector, 1,500 words free.Try Metric37 →