TGViewer
Channel Public Channel
Самауырлы Ритайым

Самауырлы Ритайым

@samawirli_ritayim

Subscribers
3.42K
Photos
81
Videos
42
Links
36
Recent Posts 16 shown
Post #230 1.99K
❗️Хөрмәтле йәмәғәт! Иғтибар!

Һуңғы көндәрҙәге Стәрлетамаҡ ҡалаһынан килгән ҡайғылы яңылыҡтарҙы иҫәпкә алып, 26 сентябрьға планлаштырылған сарабыҙҙы билдәһеҙ осорға күсерергә мәжбүрбеҙ.

Фажиғәлә яҡындарын юғалтҡан һәр ғаиләнең оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Юғалтыуҙы кисерергә көс һәм сабырлыҡ теләйбеҙ.

Сараның яңы көнө тураһында алдан хәбәр итербеҙ. Беҙҙең яңылыҡтарҙы күҙәтеп тороғоҙ!

—————————

❗️Уважаемые друзья! Внимание!

В связи с трагическими событиями, произошедшими в Стерлитамаке, мы вынуждены перенести на неопределённый срок мероприятие, запланированное на 26 сентября.

Выражаем глубокие и искренние соболезнования семьям погибших. Желаем сил и стойкости всем, кто переживает эту утрату.

О новой дате мероприятия сообщим заранее.
Следите за нашими новостями!​​​​​​​​​​​​​​​​
Post #229 2.75K
Дуҫтар, иғтибар!
Беҙҙе һағынып өлгөрҙөгөҙмө? 😁

Ошо алтын көҙҙөң иң күңелле мәлендә һеҙҙе тағы ла Самауырлы Ритайымда көтөп ҡалабыҙ!
Хәҙер инде яңы урында: «Планета» сауҙа үҙәге түбәһендә осрашабыҙ. Сара, һәр ваҡыттағыса, бушлай үтә!

📍 «Планета» сауҙа үҙәге түбәһе
🗓 26 сентябрь, шәмбе
⏰ 17:00​​​​​​​​​​​​​​​​
Post #228 4.86K
Дуҫтар, көтмәгәйнегеҙме?🤩

Самауырлы Ритайымдың йәй миҙгелен ябыуға ҡарамаҫтан, беҙ тағы ла һеҙҙең менән! Был юлы - Милли кейем көнөнә арнап, «Башҡортостан» Дәүләт концерт залы менән берлектә! ✨

11 сентябрҙә, сәғ. 20:00-ҙа, ДКЗ «Башҡортостан» алдындағы майҙанда осрашабыҙ.

Мөмкинлек булһа, милли кейемдә йәки этно элементтар менән килегеҙ - бергәләп матурлыҡ тыуҙырайыҡ!

📍 Өфө ҡалаһы, Ленина урамы, 50
🗓 11 сентябрь
⏰ 20:00​​​​​​​​​​​​​​​​
  • ❤‍🔥 49
Post #227 4.26K
Дуҫтар, һеҙ әҙерме? 🔥

2026 йылдың йәй миҙгеленең һуңғы Самауырлы Ритайымы 9 сентябрҙә, йәғни иртәгә, үтәсәк!

Дуҫтарығыҙҙы, яҡындарығыҙҙы ла саҡырығыҙ: был иң күңелле, иң сағыу, иң тәмле ябылыу буласаҡ. Барыһын да көтәбеҙ! 🤍
📍 Ағиҙел яры буйындағы амфитеатр
⏰ 19:30​​​​​​​​​​​​​​​​
  • ❤‍🔥 57
Post #226 3.43K
Самауырлы Ритайым СОВМЕСТНЫЙ РОЗЫГРЫШ: HOME × САМАУЫРЛЫ РИТАЙЫМ ✨ Друзья, хотим порадовать вас и разыграть футболку из коллекции «Самауырлы Ритайым» 🤍 Что нужно сделать, чтобы участвовать? • быть подписанными на каналы: HOME САМАУЫРЛЫ РИТАЙЫМ • нажать кнопку «УЧАСТВУЮ»…
🎉 Результаты розыгрыша:

🏆 Победитель:
1. Lil (@ainaz0717)

✔️Проверить результаты
Post #225 3.37K
СОВМЕСТНЫЙ РОЗЫГРЫШ: HOME × САМАУЫРЛЫ РИТАЙЫМ ✨

Друзья, хотим порадовать вас и разыграть футболку из коллекции «Самауырлы Ритайым» 🤍

Что нужно сделать, чтобы участвовать?

• быть подписанными на каналы:

HOME
САМАУЫРЛЫ РИТАЙЫМ

• нажать кнопку «УЧАСТВУЮ» под постом

🎁 Приз - футболка из коллекции «Самауырлы Ритайым»

📍 2 сентября встретимся на самоварской вечеринке в стиле HOME, где и подведём итоги розыгрыша.

Участвуйте и приходите на вечеринку будем рады видеть вас

Всем удачи! ✨
  • ❤‍🔥 17
Post #222 7.39K
Киләһе Самауырлы Ритайым 2 сентябрҙә, шаршамбы көнө, Ағиҙел яры буйындағы амфитеатрҙа үтәсәк!

Көҙҙөң тәүге көндәрен бергәләп ҡаршы алып, йылы сәй, ихлас әңгәмә һәм яңы танышыуҙар менән матур бер кис үткәрәйек✨

Беренсе курс студенттары һеҙҙең килеүегеҙ мотлаҡ🫶 Тәүге аҙымдарығыҙҙы яңы дуҫтар, күңелле осрашыуҙар һәм матур хәтирәләр менән башлағыҙ. Һеҙҙе айырыуса көтөп ҡалабыҙ!

📍 Ағиҙел яры буйындағы амфитеатр
🗓 2 сентябрь, шаршамбы
⏰ 19:30
  • ❤‍🔥 54
Post #221 4.28K
Дуҫтар, иғтибар!

Киләһе Самауырлы Ритайым 19 августта, шаршамбы көнөндә, үҙебеҙҙең яратҡан урыныбыҙҙа - Ағиҙел яры буйында үтәсәк! 🤍

Был юлы беҙҙең өсөн махсус йырсылар сығыш яһаясаҡ: Тимур Ямалов, Ирдан һәм Ғайсар Миндеғолов! 🎤✨

Йылы сәй, тәмле әңгәмә, матур тәбиғәт, йырҙар һәм, әлбиттә, күңелле осрашыу - барыһы ла һеҙҙе көтә! 🫖🌿

📍 Ағиҙел яры буйы
🗓 19 август, шаршамбы
⏰ 19:30
Дуҫтар менән йыйылышып, бергәләп матур кис үткәрәйек!​​​​​​​​​​​​​​​​
  • ❤‍🔥 55
Post #220 3.98K
ДУҪТАР, ХӘТЕРЕГЕҘГӘ ТӨШӨРӘБЕҘ! ❤️

Бөгөн «Самауырлы Ритайым» Аксаков паркында үтәсәк. Башлана 20:00 сәғәттә.

Беҙҙең сара һәр ваҡыттағыса сығымдар талап итә. Шул сәбәпле, хөрмәтле дуҫтар, әгәр «Самауырлы Ритайым» проектына ярҙам итергә теләйһегеҙ икән, донат ебәрә алаһығыҙ🙏

Проектҡа ярҙам итеү

Һеҙҙең һәр ярҙамығыҙ беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле! Рәхмәт! 🤍
  • ❤‍🔥 4
Post #219 4.13K
Дуҫтар, сәләм!
Офоҡтарҙы киңәйтеүҙе дауам итәбеҙ 🔥

Барығыҙҙы ла иртәгә йәғни 5 август көнө киске сәғәт 20:00 һеҙҙе Аксаков паркында Самауырлы Ритайымда көтәбеҙ🙏

🔥Беренсе тапҡыр беҙҙә ҡунаҡта: танылған йырсы, һандуғас тауышлы Зилиә Бәхтиева @ziliyabahtieva менән үҙенсәлекле моңо менән айырылып торған Айнур Lorian Мансуров @ainur_lorian🔥

👩‍❤️‍👨 Дуҫтар! Яңылыҡ!
Танышып, аҙаҡ ғаилә ҡорорға теләүселәр өсөн күк төҫтәге браслеттар таратасаҡбыҙ👩‍❤️‍👨
  • ❤‍🔥 18
Post #218 6.45K
Дуҫтар, беҙҙә һеҙҙең өсөн яңылыҡ!

Киләһе Самауырлы Ритайым 24 июль (йома) Дим паркында (Өфө ҡалаһы) үтәсәк!

Иғтибар! Сараның көнө лә алмашынды 😉

Сәғәт 20:00 башлайбыҙ!🔥
  • ❤‍🔥 47
Post #217 4.25K
Дуҫтар, хәтерегеҙгә тошорәбеҙ, бөгөн Самауырлы Ритайым Һупайлы (Сипайлово) Ҡашҡаҙан паркында үтәсәк, беҙҙең сара һәр ваҡыттағыса сығымдар талап итә. Шул сәбәпле, хөрмәтле дуҫтар, әгәр беҙҙең проектҡа ярҙам иткегеҙ килһә, донат ебәрә алаһығыҙ🙏😊
Post #216 4.05K
❤️❤️❤️
Дуҫтар, иртәгә буласаҡ Самауырлы Ритайым  "Ғаилә, Мөхәббәт, Тоғролоҡ" көнөнә арнала. Шуға ла һеҙҙе үҙенсәлекле программа көтәсәк:

1) Әгәр һеҙ яңғыҙ тормоштан ялҡып, үҙ парығыҙҙы ниһайәт осратыр өсөн  берәйһе менән танышырға теләйһегеҙ икән,  мотлаҡ килегеҙ, иртәгә беҙ һеҙгә ярҙам итербеҙ😉

2) Әгәр һеҙ ғаиләле икән һәм һеҙҙең ғаиләгеҙ өсөн мөһим тарихы булған берәй йыр бар икән, уны башҡарырға һәм ни өсөн уның һеҙгә яҡын икәнлеге менән уртаҡлашырға саҡырабыҙ. Яҙылыу өсөн +89870982883 һанына яҙығыҙ; урындар сикләнгән; 🎤

3) Әгәр ҙә һеҙҙең пар/ғаилә беҙҙең Самауырлы Ритайым арҡаһында барлыҡҡа килгән икән, һеҙҙе иртәгә сәхнәлә үҙегеҙҙең тарихығыҙ менән уртаҡлашырға саҡырабыҙ; 🎯

4) Һәм иң мөһиме, әгәр ҙә һеҙ үҙегеҙҙең мөхәббәтегеҙҙе күптән  тапҡан икәнһегеҙ һәм шундай матур көндә һөйгәнегеҙгә тәҡдим яһарға теләһәгеҙ, рәхим итегеҙ -  беҙ һеҙгә шундай мөмкинлек бирергә һәм һеҙҙең тормош хикәйәгеҙҙең башланғысында шаһит булырға әҙербеҙ. Ярҙам кәрәк булһа өҫтәге номерға яҙығыҙ. 👩‍❤️‍👨

Иртәгә күрешербеҙ!
  • ❤‍🔥 23
Post #215 3.97K
Киләһе Самауырлы Ритайым 8 июль Ҡашҡаҙан паркында үтәсәк (Өфө ҡалаһы, Һупайлы биҫтәһе).

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған ритайымда көтөп ҡалабыҙ 😉

Төп ҡунаҡтар - Усмановтар ғаиләһе 🥰

Сараның башланыу ваҡыты - 19:30.
  • ❤‍🔥 26
Post #214 3.02K
Дуҫтар, 150 реакция йыйылғас, киләһе ритайым тураһында мәғлүмәтте һаласаҡбыҙ😏
  • ❤‍🔥 136
Post #194 5.41K
Самауырлы Ритайым Х Home
  • ❤‍🔥 25
Older posts →

About this channel

How can I read @samawirli_ritayim without a Telegram account?
TGViewer shows the public web preview Telegram publishes for Самауырлы Ритайым: recent posts, photos, videos and the subscriber count, with no app, login or account.
How many subscribers does Самауырлы Ритайым have?
Самауырлы Ритайым (@samawirli_ritayim) has 3.42K subscribers on Telegram, refreshed roughly every 30 minutes.
Does Самауырлы Ритайым know I viewed it here?
No. Public channel previews carry no viewer identity, and TGViewer has no accounts or tracking of what you look up.
Threads Profile ViewerView any public Threads profile without an account.Open ThreadLook →Writing with AI? Make it sound human.Metric37 rewrites AI drafts so they read naturally. Free AI detector, 1,500 words free.Try Metric37 →