Фронт хаттарын әгәр бергә йыйһаң,
Торор ине мең-мең томдарҙан.
Булыр ине, бәлки, хаталары,
Булмаҫ ине әммә бер ялған.
Ул хаттарҙа егет хыялдары,
Тере һүҙе, тере һөйләше,
Әсәләрҙең, көнө-төнө уҡып,
Өмөт булып тамған күҙ йәше.
Һалдат хатын әгәр бергә йыйһаң,
Тыуыр ине быға ҡәҙәре
Һис булмаған һәм дә булмаясаҡ
Йән тетрәткес йөрәк әҫәре.
Риф Мифтахов,
"Бергә йыйһаң", 1984 г.
Post #1084
35
