(Извините, что на башкирском, но было стыдно на русском. Распространите, пожалуйста, максимально среди тех, кто хоть немного понимает написанное).
* * * * * * *
= Башҡорт блогерҙарына =
Тәүҙә русса яҙам тип ултырҙым да, баҙнат итмәнем — бигерәк оят. Төрлө кеше уҡып, "бына улар ниндәй халыҡ икән!" тип ултырмаһын.
Милләттәштәр, ҡыҙҙар һәм егеттәр! Төрлө майҙансыҡтарҙа, бигерәк тә Инстаграмда, башҡорт телендә видиялар килеп сыға. Ҡайһыларын тыңлау шул хәтлем оят, берәй урында "мин башҡорт" тип әйтке лә килмәҫ кеүек. Шул хәтлем әшәке контент төшөрә алған егеттәр һәм ҡыҙҙарҙың әллә туғандары юҡ микән ул, әй? Белмәйем, ата-әсәһе, бер туғандары йә башҡа яҡындары кешене әрләп, кәрәк булһа хатта "ҡаҡҡылап" алырға тейеш түгелме һуң? Әллә бөттөмө ул элекке халыҡ, ояла белгән башҡорттар? Ҡайҙан сығараһығыҙ ул шул тиклем насар контент: оятһыҙ ирешеүҙәр, туҙға яҙмаған әшәке шаярыу, ауыл тормошоноң төрлө бысрағы (мәҫәлән, иҫерек кешеләрҙең һуғышыуы) һәм башҡаһы.
Бөтәгеҙ ҙә Аллаһ Тәғәләгә ышанмаһағыҙ ҙа, беҙ бит барыбер мосолман тоҡомо, хәләл-харам тигән нәмәне аңлаған халыҡ. Элек-электән беҙҙә егеттәр батыр, ҡыҙҙар матур булған, әлбиттә, ләкин оялыу ҙа башҡорттарҙың бер сифаты бит. Зинһар тип өндәшәм, халҡыбыҙҙы оятҡа ҡалдырмағыҙ әле, әшәке видияларығыҙҙы таратмағыҙ, юйығыҙ.
Һеҙ ниндәйҙер хайп, яҙылыусылар һаны, донат тип "тырышаһығыҙ", ә был нәмәләр бит яйлап ҡына халыҡты үлтерә. Нәҡ шулай — үлтерә! Сөнки халыҡтың әхлаҡ тигән нәмәһе юҡҡа сыға, әшәкелек, зина, бер-береңә нәфрәт, хатта ерәнеү тойғоһо тыуа; халыҡтың йәшәү ҡыҙығы һүнә, тимәк милләт тә юғала.
Яҙҙыраһың икән — матур нәмә яҙҙыр. Төрлө дәғүәт, шиғырҙар, тел нескәлектәре, тарих, тәбиғәт, ярыштар, аш-һыу, милли кейем, балаларға әкиәттәр, тормош лайфхактары — күп бит маузуғтар (темалар)!
Үҙебеҙҙе өлгөлө халыҡ итеп күрһәтер өсөн һәр кем тырышырға, хатта ҡайғырырға тейеш. Әгәр уртаса башҡорт егете — бөтөн донъяны көлдөрөүсе клоун, ә башҡорт ҡатыны — ҡурҡыныс кейем кейгән һәм әшәке һүҙҙәр һөйләгән "хужабикә" тип бөтөн донъяға "самопрезентация" яһайбыҙ икән, беҙҙең балалар башҡорт булырға теләрме икән?..
Post #13483
392
Forwarded from 𝕸𝖚𝖗𝖆𝖙 𝕹𝖔𝖒𝖆𝖉 (Murat Nomad)
- 🔥 29
- 💯 11
- ❤ 8
- 👎 1