❓Башҡортостанда коммерцияға ҡарамаған ойошманы (НКО) нисек асырға - Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы белгестәре һөйләне.
Коммерцияға ҡарамаған ойошма - ул килем алыу өсөн түгел, ә йәмғиәткә файҙа килтереү маҡсатында булдырылған юридик шәхес. Мәҫәлән, кешеләргә мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм башҡаларҙы үҫтерергә ярҙам итергә.
Әгәр НКО рөхсәт ителгән эшмәкәрлектән килем алһа - был аҡсаларҙы ойоштороусыларға таратып бирмәҫкә, ә үҙенең төп устав бурыстарына йүнәлтергә тейеш.
Коммерцияға ҡарамаған ойошманы теркәү аҙымдары:
❶ Ойошма формаһын һайлағыҙ. Эш ҡағиҙәләре шунан тора. Мәҫәлән, әгәр аҡса йыйыу һәм таратыу менән шөғөлләнергә ниәтләһәгеҙ - фонд, хеҙмәттәр күрһәтергә уйлаһағыҙ - автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма (АНО), дөйөм мәнфәғәттәрҙе яҡларға теләһәгеҙ - йәмәғәт ойошмаһы.
❷ Документтар туплағыҙ. Һеҙгә коммерцияға ҡарамаған ойошма уставы, уставты булдырыу һәм раҫлау тураһында ҡарар йәки протокол, ойоштороусылар һәм юридик адрес турыһында мәғлүмәттәр, Р11001 өлгөһө буйынса ғариза кәрәк буласаҡ.
❸ Документтарҙы Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығына тапшырығыҙ. Быны шәхсән үҙегеҙ барып, йәки почта һәм Дәүләт хеҙмәттәре аша онлайн (был осраҡта дәүләт пошлинаһы алынмай) эшләргә була.
❹ Теркәлгәндән һуң ойоштороуҙы тамамлағыҙ. Коммерцияға ҡарамаған ойошма Юридик шәхестәрҙең берҙәм дәүләт реестрына (ЕГРЮЛ) ингәс, һеҙгә теркәлеү тураһында таныҡлыҡ бирелә. Артабан иҫәп-хисап иҫәбен асырға (түләүҙәр ҡабул итеү һәм финанс ғәмәлдәрҙе атҡарыу өсөн), шулай уҡ бухгалтерия иҫәбен һәм отчёт биреүҙе көйләргә кәрәк. Атап әйткәндә, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар Юстиция министрлығына социаль отчет бирергә бурыслы.
Һорауҙар булһа, Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығына кәңәш артынан мөрәжәғәт итегеҙ. Адрес: Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 95/1. Белешмәләр өсөн телефон: +7 (347) 215-11-84
#ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан #Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Post #18556
37
Forwarded from Аңлатабыҙ. Башҡортостан
