70 ЙЫЛДАН АШЫУ БЕРГӘ💟
Бөгөн илебеҙҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Шуныһы ҡыуаныслы, районыбыҙҙа оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән парҙар күп.
Маһи Ҡыҙрас ҡыҙы һәм Хәсән Мәхийән улы Кинйәбаевтар – районыбыҙҙың хөрмәткә лайыҡ ғаиләләренең береһе. Уларҙың татыу ғүмер итеүенә быйыл 72 йыл тула.
Кинйәбаевтар 3 балаға ғүмер бүләк итеп, уларҙы үҙҙәренең өлгөһөндә эшһөйәр, туған йәнле итеп тәрбиәләүгә өлгәшкән. Балалары һәм ейәндәре ғүмер буйы был иҫ киткес парға һоҡланып һәм хөрмәт менән ҡарай.
Әлбиттә, бындай әһәмиәтле һәм күркәм датаны билдәләү бик һирәк парҙар өлөшөнә генә төшкән бәхет. 72 йыл буйы бер-береһен һаҡлап-ҡәҙерләп, мөхәббәттә һәм татыулыҡта тиң-тигеҙ ғүмер иткән Хәсән ағай менән Маһи апай Кинйәбаевтарға ныҡлы һаулыҡ, именлек, күңел көрлөгө теләйбеҙ. Балаларығыҙға, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә кәрәк һәм терәк булып, тағы ла бик күп бәхетле мәлдәр кисерергә яҙһын!
#КүгәрсенРайоны
Post #10202
119

- 👍 1