TGViewer
Ҡанатлы 🕊️ Ҡанатлы 🕊️ @kanatly · 1.02K subscribers
Post #707 908

Forwarded from Башҡорт теле - сәсән теле

Тормош мәңге йомаҡсы ул һиңә

Тормош мәңге йомаҡсы ул һиңә,
Сисеп кенә өлгөр йомағын!
Береһен сисһәң, инде икенсеһен
Әҙерләп тә ҡуя ул тағын.

Мең-мең һорауҙарҙан ғазапланып,
Ниҙәр генә килмәй уйыңа.
Шикләнәһең, ҡайҙа дөрөҫлөк, тип,
Эҙләнәһең ғүмер буйына.

Ә бит бер генә юл дөрөҫлөккә:
Ул да булһа – юлда булыуың,
Ҡайҙа халҡың – шунда алдан барыу,
Артҡа ҡалыу – юҡҡа сығыуың.

Рәми Ғарипов
  • ❤ 32
  • 🔥 5
  • 🥰 1
  • 🍓 1
  • 🤗 1
More from @kanatly
  1. Sep 27, 2026Я перечитала башкирской мифологии☯️ Советую книгу «Словарь Башкирской Мифологии» Ф.Г.Хисам…
  2. Sep 27, 2026процесс😴
  3. Sep 23, 2026🌛Хәйерле кис!🌛 Минең шундай эш: меня взяли на арт-маркете 31 карасай(октябрь) в Уфе, я в…
  4. Sep 21, 2026еще бер процесс🪶
  5. Sep 19, 2026Процесс🦅
  6. Sep 14, 2026Сыҙамайым, покажу еще🐱 Очень понравилось, что получилось❤️
Threads Profile ViewerView any public Threads profile without an account.Open ThreadLook →Writing with AI? Make it sound human.Metric37 rewrites AI drafts so they read naturally. Free AI detector, 1,500 words free.Try Metric37 →