Башҡортостанда “Турахан” халыҡ-ара этномәҙәни симпозиумы бара.
Төрлө илдәрҙән йыйылған 15 рәссам төбәктең иҫтәлекле урындарына сәйәхәт ҡылып картиналар яҙа. Һынлы сәнғәт өлгөләре Республика фондын тулыландырасаҡ.
Халыҡ-ара симпозиум Турахан кәшәнәһе янында икенсе йыл рәттән үткәрелә. Сара 28 июлдә Бөрйән районында Шүлгәнташ музейы янындағы майҙансыҡта тамамлана.
Post #1291
412


