Post #1021
39 Охотник - Һунарсы
- В Башкирии введут экзамены для будущих охотников
- Башҡортостанда буласаҡ һунарсылар өсөн имтихан тапшырыу индерелә
Post #1020
39 Доблесть - Батырлыҡ
- Ишимбай получил звание «Город трудовой доблести»
- Ишембай «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» исемен алды
Post #1019
48 Тренировки - Күнекмәләр
- В ФОКе Нефтекамска, открытом при участии Путина, проходят тренировки по разным видам спорта
- Путин ҡатнашлығында асылған Нефтекама физкультура-һауыҡтырыу комплексында спорттың төрлө төрҙәре буйынса күнекмәләр үтә
Post #1018
46 Хәйерле иртә, дуҫтар!🥰
Бөгөнгө таң һеҙгә йылмайыу һәм ыңғай тәьҫораттар алып килһен. Хәйерле көн теләйбеҙ!💚
Доброе утро, друзья!🥰
Пусть сегодняшний утренний рассвет принесет вам улыбки и позитивные эмоции. Хорошего дня!💚
Post #1017
53 Помощь - Ярҙам
- В Уфе в ТЦ провели мастер-класс по оказанию первой помощи
- Өфөләге сауҙа үҙәгендә беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙеләр
Post #1016
50 Нисә тапҡыр япраҡ-ҡарҙар яуа.
Нисә тапҡыр томһа ҡыш килә.
Нисә тапҡыр ҡояш, ситкә ҡасып,
Тау артынан ҡырыҫ һирпелә.
Ә мин һаман дуҫмын ошо ҡышҡа,
Һаман ул тип өҙөләм, яратам.
Ул ни хәтле томһа, ҡырыҫ булһа,
Мин шул хәтле һөйәм, йән атам.
Сөнки тоям һалҡын ҡыш күкрәге
Вулкандарҙан ҡыҙыу икәнен,
Сөнки тоям был күкрәктә изге,
Саф теләкле йөрәк типкәнен.
Зәйнәб Биишева, Ҡыш ❄
Post #1010
51 Зимние праздники — это отличное время для отдыха, развлечений и создания незабываемых воспоминаний ✨
Вот несколько идей, чем можно заняться в этот волшебный период 🙌
Post #1008
231 Ҡәҙерле дуҫтар!🥰
Һеҙҙе Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ! Яңы йыл бәхет, һаулыҡ килтерһен һәм яңы белем алыуға мөмкинлектәр асһын.
Башҡорт телен өйрәнеү һеҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы асыштар һәм дуҫтарса осрашыуҙар менән тулы мауыҡтырғыс сәйәхәткә әйләнһен, тип теләйбеҙ. Һәр дәрес – маҡсатығыҙға табан бер аҙым, ә башҡорт телендә аралашыу илһам һәм шатлыҡ сығанағы булһын💚
Post #1007
175 Рисование - Һүрәт төшөрөү
- В Башкирии прошёл благотворительный мастер-класс по рисованию
- Башҡортостанда һүрәт төшөрөү буйынса хәйриә оҫталыҡ дәресе үтте
Post #1003
112 Өфөләге Яңы йыл саралары программаһы✨
Программа новогодних мероприятий в Уфе✨
Post #1002
126 5 словосочетаний со словом "ҡышҡы" ☃
Пишите свои варианты в комментариях👇