TGViewer
🟢 Башкирский язык башҡорт теле @bashkyr 🟢 Башкирский язык башҡорт теле @bashkyr @bashkyr · 55 subscribers
Post #939 45
 🎡 Дәүләкәндәге үҙәк парк «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелгән. Программа шарттарына ярашлы, матурыраҡ һәм уңайлыраҡ булһын тип, халыҡ ошо объектты үҙҙәре һайлай. Был хаҡта тулыраҡ – рубрикаһында.

✅ Ҡаланың үҙәк паркында эштәр ике йыл дауам итә. Хәҙер бында хәүефһеҙ япмалы заманса балалар майҙансығы, төрлө тренажерҙар менән воркаут-зона һәм уратып алынған футбол майҙаны бар. Мәҙәни саралар өсөн паркта амфитеатр ҙа булдырылған. Шулай уҡ яңы эскәмйәләр һәм сүп-сар һауыттары ҡуйғандар, йәйәүлеләр өсөн юлдар эшләгәндәр, урамдарҙы яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системаларын монтажлағандар.

🌳 Дәүләкәндәр парктағы үҙгәрештәрҙе шатланып ҡаршы алған. Йылдың һәр ҡайһы миҙгелендә лә бында халыҡ өҙөлмәй. Яңыртылған йәмәғәт биләмәһендә ғаилә менән ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү, мәҙәни сараларҙа ҡатнашыу өсөн бар мөмкинлектәр ҙә булдырылған.

📌 Уңайлы йәмәғәт мөхите халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуҙа мөһим роль уйнай. Бындай еңеүҙәр һөҙөмтәһендә республикала яңы һәм уңайлы йәмәғәт биләмәләре барлыҡҡа килә. 2019 йылдан 2023 йылға тиклем республикала барлығы 683 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. Быйыл тағы ла 123 майҙансыҡ үҙгәртелә.
More from @bashkyr
  1. Oct 3, 2026✨Украшением в башкирском стиле своими руками: нагрудник (Күкрәксә, түшелдерек) Что понадоб…
  2. Oct 2, 2026🏅 Алсу наградили мусульманским орденом Певице с корнями из Башкирии вручили Орден имени п…
  3. Oct 1, 2026Сегодня, в День пожилых людей, хочется сказать особое рәхмәт нашим өләсәйҙәр и олатайҙар —…
  4. Oct 1, 2026📚 Жители Башкирии могут проверить знание башкирского языка онлайн С 5 по 7 октября пройдё…
  5. Sep 30, 2026📚 Изучаем башкирский язык ФОНЕТИКА И ГРАФИКА — ФОНЕТИКА ҺӘМ ГРАФИКА Сегодня знакомимся со…
  6. Sep 25, 2026XXXVI Международный Аксаковский праздник в Уфе! 🎉 25 сентября сад Аксакова станет простра…
Threads Profile ViewerView any public Threads profile without an account.Open ThreadLook →Writing with AI? Make it sound human.Metric37 rewrites AI drafts so they read naturally. Free AI detector, 1,500 words free.Try Metric37 →