TGViewer
🟢 Башкирский язык башҡорт теле @bashkyr 🟢 Башкирский язык башҡорт теле @bashkyr @bashkyr · 55 subscribers
Post #920 46
 

👫 Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы «Миләш» балалар баҡсаһы – район үҙәгенең биҙәге. «Демография» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән мәктәпкәсә учреждение 140 балаға иҫәпләнгән.

🏗 2018 йылдың ноябрендә төҙөлөш майҙансығында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров булғайны. Ә 2020 йылдың мартында, бындағы эштәрҙе тамамлап, бинаны сафҡа индергәндәр ҙә инде.

140 урынлыҡ ике ҡатлы бинала ясле, кесе, урта һәм өлкән төркөм балалары өсөн бүлмәләр йыһазландырылған. Һәр төркөмдә заманса талаптарға яуап биргән, сабыйҙар өсөн уңайлы уйын, йоҡо, кейем алмаштырыу бүлмәләре, буфеттар бар.

🛌 Мәктәпкәсә учреждениела шулай уҡ музыка һәм физкультура залдары, дәрестәр үткәреү өсөн бүлмәләр, методик кабинет, кер йыуыу урыны, медицина һәм аҙыҡ-түлек блоктары урынлашҡан. «Миләш»тең ихата биләмәһе һәм уйын майҙансыҡтары ла төҙөкләндерелгән.

📌 Башҡортостанда һуңғы биш йылда 9 173 урынлыҡ 65 яңы балалар баҡсаһы асылған. 2024 йылда тағы ла ике мәктәпкәсә учреждение төҙөлә. Ә 2025 йылда ил Президенты Владимир Путин инициативаһы менән балалар баҡсаларын капиталь ремонтлау федераль программаһы старт ала. Был совет осорондағы биналарҙы яңыртыу мөмкинлеген бирәсәк.
More from @bashkyr
  1. Oct 4, 2026🍎 Осенний пирог с яблоками — просто и по-домашнему Когда за окном прохладно, особенно при…
  2. Oct 3, 2026✨Украшением в башкирском стиле своими руками: нагрудник (Күкрәксә, түшелдерек) Что понадоб…
  3. Oct 2, 2026🏅 Алсу наградили мусульманским орденом Певице с корнями из Башкирии вручили Орден имени п…
  4. Oct 1, 2026Сегодня, в День пожилых людей, хочется сказать особое рәхмәт нашим өләсәйҙәр и олатайҙар —…
  5. Oct 1, 2026📚 Жители Башкирии могут проверить знание башкирского языка онлайн С 5 по 7 октября пройдё…
  6. Sep 30, 2026📚 Изучаем башкирский язык ФОНЕТИКА И ГРАФИКА — ФОНЕТИКА ҺӘМ ГРАФИКА Сегодня знакомимся со…
Threads Profile ViewerView any public Threads profile without an account.Open ThreadLook →Writing with AI? Make it sound human.Metric37 rewrites AI drafts so they read naturally. Free AI detector, 1,500 words free.Try Metric37 →