Оло ҡаҙаныштарға ынтылыш биргән, тәү баҫҡыстан ышаныслы аҙымдар яһарға ярҙам иткән уҡытыусылары тураһында һәр кем йылы хәтирәләр һаҡлай. Еңеү хаҡына изге яуҙағылар өсөн улар мәктәп тарихы ғына түгел, ә рух, көс һәм ҡаһарманлыҡ сығанағы.
Яратҡан уҡытыусыларына махсус хәрби операция биләмәһенән ҡотлау сәләмен Москит ҡушаматлы яугир юллай. Ул Белорет районы Аҙналы ауылы мәктәбен тамамлаған.
Махсус операция барышында Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы составында махсус хәрби операцияның Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә яралыларҙы эвакуациялауҙа ҡатнашҡан. Әле полктын ремонт ротаһында хеҙмәт итә.
Видео: Журналист
Post #17589
283