📝Бөйөк еңеүҙәр, спорттың төрлө төрҙәре һәм терминдары тураһында яҡшы беләһегеҙме? Ошо йәһәттән үҙегеҙҙе һынап ҡарағығыҙ килһә, спорт диктантын яҙығыҙ.
Спортты яратыусылар һәм уның менән мауығыусылар өсөн спорт диктанты – белемеңде тикшереп ҡарау ғына түгел, үҙенсәлекле, мауыҡтырғыс һынау ҙа. Төрлө һорауҙарға яуап биреп, яңы төшөнсәләр һәм мәғлүмәттәр меннә танышырға була.Әйткәндәй, был сарала һәр кем, йәшенә һәм әҙерлек кимәленә ҡарамаҫтан, ҡатнаша ала. Бының өсөн sportdiktant.ru/ сайтына инегеҙ һәм теркәлегеҙ. Быйылғы диктан Паралимпия уйындарына арналған. 4 октябрҙә сәғәт 11-ҙә яҙа башлайбыҙ.Рәсәйҙең Олимпия комитеты һәм Спорт министрлығы Бөтә Рәсәй “Спорт диктанты-2026” акцияһын үткәрә. Уның маҡсаты – спорт тураһындағы белемде арттырыу, халыҡты әүҙемп тормош алып барыуға йәлеп итеү һәм физкультураға ҡыҙыҡһыныу уятыу. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ
Post #14629
12
