💔 Барыһы ла Аллаһ ҡулында
Мәрйәм ханымдың һөйләгәндәрен һеҙ ҙә тыңлап, үҙегеҙгә фәһем алып, һығымта яһаһағыҙ ине. Ауырлыҡтарға бер ҡасан да бирешмәҫкә кәрәклеген дәлилләй был яҙмыш.– Йәшләй генә тормошҡа сыҡтым. Юғары уҡыу йортон тамамлап, мәктәптә әҙ генә лә эшләп өлгөрмәнем, шунда физкультуранан уҡытыусы Илгиз исемле егет менән танышып, оҙаҡ та үтмәй ғаилә ҡорҙоҡ. Бер-бер артлы өс улыбыҙ донъяға килде. Илгиздең ата-әсәһенең ҡалала буш торған ҙур фатирҙары булғас, шунда йәшәп алып киттек. Мин бала бағыу мәшәҡәттәренә сумдым, Илгиз өҫтәмә эштәргә урынлашып булһа ла ғаиләбеҙҙе ҡарарға, мохтажлыҡта йәшәтмәҫкә тырышты. Ғаиләлә барыһы ла яҡшы ине. Үҙ-ара ыҙғышыу, тауыш сығарыу, ҡул күтәреү кеүек нәмә булманы. Икебеҙ ҙә спиртлы эсемлеккә битараф булғас, хатта балалар өйҙә бер ҡасан да шешә, рюмка күрмәне, эске мәжлестәре лә ойошторманыҡ.Тулыһынса: https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2026-09-28/uldary-lg-s-fatir-an-yu-ylar-4829149
Post #14613
16
