🔥Башҡортостанда синоптиктар һауа температураһының ныҡ тирбәлеүен көтә. Төнөн термометр бағанаһы -3 градусҡа тиклем төшә, өырау төшә, ә көндөҙ һауа +21 градусҡаса йылына.
🍁Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, дүшәмбе һәм шишәмбе, 28 һәм 29 сентябрҙә, яуым-төшөмһөҙ була. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ төбәктең көньяҡ өлөшөндә көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +2, +7 градус тәшкил итәсәк, урыны менән һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0, -3 градус һыуыҡтар көтөлә. Көндөҙ +16, +21 градусҡаса йылыта.
Автор фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan
ҡушылығыҙ!
Post #14595
32
