TGViewer
"Башҡортостан" гәзите "Башҡортостан" гәзите @bash_news102 · 2.03K subscribers
Post #14579 17
📅 Онотмағыҙ: бөгөн батырыбыҙ Салауат вафат булған көн

🥲 226 йыл элек, 1800 йылдың 26 сентябрендә, Балтик диңгеҙе буйындағы Рогервик ҡәлғәһендә һөргөндә милли геройыбыҙ Салауат Юлаев вафат була.

🇪🇪 Пугачев ихтилалы баҫтырылғандан һуң тотоп алынғас һәм язаларға дусар ителеп ғүмерлеккә һөргөнгә ебәрелгәс, ул Эстониялағы Таллин ҡалаһынан 49 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан ҡәлғәлә 25 йыл йәшәй.

📜 Салауат тураһындағы һуңғы документ 1800 йылда теркәлгән: «В Эстляндское губернское правление от находящегося при Балтийской инвалидной команды майора Дитмара. Находящиеся в моем ведении каторжные невольники 12-ти человек, которые и состоят благополучно. Против прежде поданной таковой же ведомости убыло: Сего месяца 26-го числа помре каторжный невольник Салават Юлаев, о чём сим донесть честь имею».

👍Һуңғы фотоһүрәттә - Салауаттың Палдиски ҡалаһындағы бюсы (уны Башҡортостан журналисы Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова тәрбиәләй).
More from @bash_news102
  1. Sep 26, 2026🔥 Стадионда көслө янғын сыҡҡан Нефтекамала - янғын. "Торпедо" стадионының келәте яна, тип…
  2. Sep 26, 2026💚 "Динамо" - "Салауат Юлаев" 🛑 Бөгөн, милли геройыбыҙҙың хәтер көнөндә юлаевсылар Мәскәү…
  3. Sep 26, 2026🌲 Яңы биҫтәлә ағас ултырттылар 🔷 Бөгөн Өфөнөң "Новалэнд" биҫтәһендә "Йәшел Башҡортостан"…
  4. Sep 26, 2026💥 Зәйнетдингә һүҙ бирҙеләр, ул иң мөһимен әйтеп өлгөрҙө 🎙 Рәсәй-1 телеканалында "Әйҙәгеҙ…
  5. Sep 26, 2026👏 Ҡотлайбыҙ! 🔥 Масксети Щит Өфө" ирекмәндәр ойошмаһы (етәксеһе Зилә Фәрит ҡыҙы Фәттәхова…
  6. Sep 26, 2026🤱 Популяр йырсы бәпәй тапҡанмы? ❗️Артист шым ғына өсөнсө балаһын тапҡан икән, тине халыҡ,…
Threads Profile ViewerView any public Threads profile without an account.Open ThreadLook →Writing with AI? Make it sound human.Metric37 rewrites AI drafts so they read naturally. Free AI detector, 1,500 words free.Try Metric37 →