💥 Депутат яугир әсәһенең бесәнен ташып биргән
🔷 2022 йылдың сентябрендә өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, бөгөн махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүсе "Симба" позывнойлы яугирҙың әсәһе Венера Сәйәхова сабынынан бесәнен алып ҡайта алмай йөрөгәнендә, Бөрйән районының Ҡолғана ауылы советы депутаты, "Ағиҙел" лагеры начальнигы Илшат Мөхәмәт улы Ҡулбирҙин ял көндәрендә улдары Тимур, Инсаф менән үҙ техникаһында өс рейс яһап, уның бесәнен ташып биргән.
- Илшат Мөхәмәт улына ғаиләбеҙ исеменән ҙур рәхмәт. Уның ғаиләһенә именлек, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, эштәрендә, балаларының уҡыуҙарында уңыштар теләйбеҙ. МХО башланғандан алып беҙҙең ғаиләбеҙгә Илшат Мөхәмәт улының ярҙамы һәр саҡ тейҙе. Аптыранып йөрөй инем, Илшат Мөхәмәт улының һәм уның мәктәп йәшендәге Тимур һәм Инсаф улдарының тырышлығы менән көн матур саҡта бесәнебеҙ ҡапҡа эсенә килеп ятты. Матур итеп өйөп тә бирҙеләр. Бик ҙур рәхмәт!
Показать полностью...
Post #14559
30

