TGViewer
"Башҡортостан" гәзите "Башҡортостан" гәзите @bash_news102 · 2.03K subscribers
Post #12176 477
💥Шәфҡәт туташы һәм әсәйгә арналған йөрәк өҙгөс йыр

💥"Шул йырҙы башҡарған ҡыҙ ике аҙна элек свола мәрхүмә булып ҡалды, медсестра ине, ике балаһы ҡалған",- тигән яҙмаһын уҡығас, видеоны ҡарай ҡуйҙым. Йәш кенә ҡатынды йәлләп йөрәгем өҙөлдө. Ысынлап ул йырлаған микән тигән уй тыуҙы.
💥Кем йырлағаны тиҙ асыҡланды - йәш, талантлы йырсы Ҡәҙриә Зөбәйерова. Ә "Бик һағындым" йырының авторы Зәкирә Ғәниева булып сыҡты. Ул бына нимә тип яуап бирҙе: "Йырҙың һүҙҙәрен дә, көйөн дә үҙем яҙҙым, 2023 йылда яҙылған шиғырым, сәхифәмдә лә бар, ап-асыҡ күренеп тора. Ә медсестра хаҡында хәбәрҙар түгелмен, кемдер видео йыйып, минең йырымды ҡуйып һалған. Миңә лә килеп етте ул, һорауҙар яуҙыралар, аңлатып яуап яҙып арып бөттөм инде",- тине ул. Зәкирә Ғәниеваны һәм Ҡәҙриә Зөбәйерованы матур йыр ижад итеүҙәре менән ҡотлайбыҙ.
💥Шәфҡәт туташының да шәхесен асыҡланыҡ. Ул Саҡмағош районы ҡыҙы Лилиә Финат ҡыҙы Фазлиәхмәтова булып сыҡты. Үкенескә күрә, яугир ҡатын, ысынлап та, һәләк булған. Ике балаһы ҡалған тигәне лә дөрөҫ.
💥Видеоны "Плетем za победу" төркөмөн алып барыусы Эльвира Даянова эшләгән. "Матур йыр аша уның тормошон һәм күңел яраһын асырға теләгәйнем", - тине ул, Лилиә хаҡында һорашҡас. 💥Мәрхүмәнең ата-әсәһенең, балаларының, туғандарының ҡайғыларында сабырлыҡ теләйбеҙ. Лилиә хаҡында ентекләберәк яҙырбыҙ.

Гөлназ ҠОТОЕВА.
  • 🙏 10
  • 🎉 1
More from @bash_news102
  1. Sep 25, 2026💔Атайлы булғым килгәйне... "Мин 40-ты үткән ирмен. Мөхәббәтле ғаиләбеҙҙә улыбыҙ һәм ҡыҙыб…
  2. Sep 25, 2026⭐Йәштәр, етеҙҙәр кәрәк! Контрактҡа ҡул ҡуйғандар уҡыуҙы башлаған да. Теләге булғандар әле…
  3. Sep 25, 2026⚡️Башҡортостанда үҫмерҙәр өсөн "Беҙ һинең менән" аноним ышаныс чаты эшләй башланы 🔵 Башҡо…
  4. Sep 25, 2026Блогеры Башкирии предупреждают об опасности лёгких денег В республике стартовала информаци…
  5. Sep 25, 2026🤷‍♀️ Радик Юлъяҡшиндың кәләше: "Беҙҙә көн дә ҡунаҡ. Ҡайһы берҙә 10 кеше булып китә..." 🛑…
  6. Sep 25, 2026💥 Салауат Юлаевтың бронза һәйкәле Петербургта ҡойоласаҡ 🔷 Реставрация эштәре сиктәрендә…
Threads Profile ViewerView any public Threads profile without an account.Open ThreadLook →Writing with AI? Make it sound human.Metric37 rewrites AI drafts so they read naturally. Free AI detector, 1,500 words free.Try Metric37 →