10 декабрь башҡорт халҡының бөйөк улы Әхмәтзәки Вәлидинең тыуған көнө!
Зәки - Башҡортостан терәге!
Башҡорт халҡы, һиңә бер һүҙ әйтәм,
Минең әйткән һүҙҙе тыңлаһаң.
Зәки һеҙҙе һатҡан тигән һүҙгә,
Ышанмаҫһың, алйот булмаһаң.
Уйыңа ла алма, башҡорт булһаң,
Әхмәтзәки беҙҙе һатыр тип.
Ҡөрьән үбеп Зәки ғәһед иткән,
Уйлай күрмә антын тапар тип.
Башҡорттағы намыҫ иман менән
Ярһып тибә Зәки йөрәге.
Ҡолаҡ асма дошман ҡотҡоһона,
Зәки - Башҡортостан терәге.
Башын һалып Зәки эшкә кергән
Йәтим Башҡортостан бәхетенә.
Валлаһи, ул һатмаҫ тыуған илен
Донъя аҡсаһына, тәхетенә.
Ышан, ышанғандай бер Аллаңа,
Зәки һинең садыйҡ уғылың!
Утҡа бешер Зәки, һыуға төшөр,
Әммә һатмаҫ намыҫ-күңелен.
Шәйехзада Бабич
Post #96
9.29K
- 👍 282
- 🤮 242
- 👎 222
- 💩 218
- ❤ 71
- 🥰 1