Хөрмәтле дуҫтар!
Миңә енәйәт эше асҡандан һуң, күптәр шылтырата, ярҙам ҡулы һуҙырға теләк белдерә. Ҡайһы ваҡыт яуап биреп өлгөрә алмайым.
Барығыҙға ла оло рәхмәтемде белдерәм!
Һеҙҙең борсолоуығыҙ, халҡыбыҙ өсөн башҡарған эштәребеҙҙе ҡеүәтләүегеҙ миңә көс, дәрт бирә.
Күптәр мәҡәләләр яҙҙы, видео мөрәжәғәттәр һалды, минең яҙыуҙарға репост эшләне, комментарийҙар ҡалдырҙы.
Барығыҙға ла оло рәхмәт!
Һеҙҙең видео, мәҡәләләрҙе үҙемдең сәхифәмә баҫтырып барырмын!
Аллаһы Тәғәлә биргән һынауҙарҙы лайыҡлы итеп үтергә яҙһын!
Беҙгә ҡарата алып барылған эштәрҙе еңеп сығырға насип итһен!
Мин быға ышанам һәм көрәш алып барасаҡмын!
Берҙәмлектә көс тип, юҡҡа әйтмәйҙәр!
Республикабыҙҙы ҡоротҡан, емергән башлыҡ кәрәкме беҙгә? Миңә шәхсән юҡ!
Илен һөйгән, халҡының һүҙенә ҡолаҡ һалған, халҡы өсөн эшләгән етәксе булырға тейеш!
---------------------------------
Уважаемые друзья!
После возбуждения уголовного дела в отношении меня, многие звонят, предлагают руку помощи. Не всем успеваю ответить. Выражаю всем Вам огромную благодарность! Ваши переживания, поддержка наших дел во благо народа - дает мне силу, энергию.
Кто-то написал пост, кто-то сделал видеообращение, репосты моих постов, многие оставляют комментарии. Всем большое спасибо! Постепенно сделаю репосты ваших постов и видеообращений.
Аллаһ дает нам испытания, которые мы должны пройти достойно. Надеюсь, мы справимся и выдержим эти давления. Я верю и буду сражаться до конца. Правильно говорят, в единстве сила!
Нужен ли нам глава, который рушит Республику во всех сферах? Лично мне нет! Республикой должен руководить человек, который любит свою родину, который прислушивается к мнению народа и служит для своего народа!
Post #41
7.2K
Куштау Байрам Photo
- ❤ 180
- 👍 112
- 🔥 5
- 💯 5
- 👎 4
- 💩 2