Күптәр "Кем ул Рустам Шухрат улы Юлдашев? Уға аҡса күсерһәк буламы?"- тип һорайҙар.
Эйе, ярҙам итергә теләгән кеше уның иҫәбенә күсерә.
Ышаныслы егет! Минең иң яҡын дуҫтарымдың береһе, Салауат районы егете, диндә, эшҡыуар егет.
Ярҙам иткәндәргә оло рәхмәтемде белдерәм.
Һеҙҙең ярҙамығыҙ ныҡ һиҙелә, мине ҡеүәтләүселәрҙең күп булыуын тоям, дуҫтарым!
Һеҙ күсергән аҡсаның һәр тине ошо яуыз көстәр менән көрәшеүгә йүнәлтелә.
Барығыҙға иҫәнлек-һаулыҡ, именлек
теләйем!
Post #39
9.99K