TGViewer
Куштау Байрам Куштау Байрам @alsynovbashkort · 9.9K subscribers
Post #147 12.4K

Forwarded from Куштау Байрам

15 ғинуарҙа Баймаҡ суды тарафынан бинахаҡҡа хөкөм ителәсәк Фаил Алсыновҡа теләктәшлек белдерергә мотлаҡ кил!
________


Яңы ғына тыуған быҙауҙай
Багажникка һыйып, һин ҡастың...
Уҫал үгеҙ кеүек кенә ҡыуып,
Ниңә генә икән һуң ҡайттың?!.
Ҡыҙыл сепрәк күрәң һәр башҡортта.
Тик байлыҡты күрәң баш йортта.
Белмәмеш тә, күрмәмеш тә булаң,
Ә ерҙәрҙе талай сит ҡорттар.
Тырнаҡ эсендәге башҡортто ла
Күрә алмайынса яптырҙың.
Матбуғатың ағыу сәсеп торҙо,
Мырҙағолоң үтә шаштырҙы.
Айраттан һуң ниндәй ғәйеп таптың?
Дөрөҫ әйтмәнеме Рәмилә?
Ваҡытлыса тотҡан ҡурайыңдың
Ике осонан да ҡан килә!
Ләғнәт һиңә! Ҡара ҡарғыш килһен
Аҡтарылған ерҙән, тау-таштан.
Бәддоғалар ямғыр булып яуһын
Туҙҙырылған һәр бер яҙмыштан.
Бөгөн Фаил таҡты ҡыҙыл сепрәк.
Ер аҡтарҙы һөмһөҙ ҡарт үгеҙ.
(Яңғыҙлыҡтан үҙе ялыу яҙа.
Мырҙағолһоҙ ҡалды бик үкһеҙ).
Фаил ғына үкһеҙ етем түгел.
Фаил хәҙер халыҡ батыры!
Иманыбыҙ камил, халыҡ килер,
Берҙәм башҡорт майҙан тултырыр!
  • ❤ 265
  • 👍 98
  • 🔥 35
  • 💯 20
  • 🕊 5
  • 💩 2
  • 🤡 1
More from @alsynovbashkort
  1. Jan 17, 2024Очередные кадры с центра событий ℹ️
  2. Jan 17, 2024Есть раненые и пострадавшие 🤬
  3. Jan 17, 2024Без комментариев.
  4. Jan 17, 2024⚡️Сообщается о жестких столкновениях людей с силовикам
  5. Jan 17, 2024⚡️Адвокат Ильнур Суюндуков заявил что сегодня пересмотра не будет. Он разговаривал с судья…
  6. Jan 17, 2024Эххх … если честно , у башкир «задней» нет ….! Пора бы уже всем понять это.
Threads Profile ViewerView any public Threads profile without an account.Open ThreadLook →Writing with AI? Make it sound human.Metric37 rewrites AI drafts so they read naturally. Free AI detector, 1,500 words free.Try Metric37 →